Төп идея
Платформаны ҡулланыусыларҙың һәр береһе компетенциялар формаланышын билдәләүсе инеш диагностика үтә, был ҡабул ителгән дөйөм методикалар ярҙамында һәм шәхси, профессиональ дефициттарҙы асыҡлау маҡсатында үткәрелә
Уҡыусыларҙың әҙерлек кимәле ҡабул ителгән стандарт күнегеүҙәр базаһы ярҙамында билдәләнелә. Студенттарҙа һәм уҡытыусыларҙа профессиональ компетенцияларҙың формалашыу кимәле профессиональ стандарттар материалдары базаһы нигеҙендә тикшерелә. Предмет өлкәһендәге әҙерлектән тыш шулай уҡ методик компетенцияларға эйә булыу кимәле лә тикшереүгә йәлеп ителә
Ата-әсәләр шулай уҡ балалар менән конструктив мөнәсәбәттәр ҡороу, уларҙы тәрбиәләүҙә уңайлы ғаилә шарттары тыуҙырыу кеүек мәсьәләләр менән бәйле психологик һәм педагогик диагностика үтә алалар
Диагностика һөҙөмтәләре
Платформаны ҡулланыусыларҙың компетенцияларға эйә булыу кимәлдәре билдәләнә, индивидуаль белем алыу маршрутын проектлауҙың нигеҙен тәшкил итеүсе шәхси, методик һәм профессиональ дефициттар асыҡлана
Әгәр ҡулланыусыларҙың һөнәри белемендә һәм һәләттәрендә бигүк әһәмиәткә эйә булмаған етешһеҙлектәр, һығылмалы компетенциялар һайлылығы күҙәтелә икән, был осраҡта семинар, вебинар, конференция, тренинг, мастер-класс, менторлыҡ, стажировка кеүек ҡыҫҡа ваҡытлы саралар тәҡдим ителә
Ҡулланыусыларҙа ҙур күләмле дефициттар күҙәтелә икән, кәрәкле йүнәлештәр буйынса мотлаҡ әҙерлек үтеү кәрәк, был осраҡта тәҡдим ителгән белем биреү модулдәре банкынан
Ҙур күләмдәге дефицит платформаны ҡулланыусыларға профессиональ әҙерлек курстары, стажировка үтеү, йә булмаһа педагогик йүнәлешле магистратура буйынса маҡсатлы уҡыу кәрәклеге тураһында иҫкәртә
Проблемалы зоналар диаграммаһы
Платформаны ҡулланыусыларҙа күҙәтелгән шәхси һәм профессиональ дефицит формаланышын профилле кәүҙәләндереү өсөн диаграмма төҙөлә, был диаграмма мотлаҡ төҙәтелергә, уның өҫтөндә эшләргә тейешле проблемалы зоналарҙы күрһәтә
Индивидуаль маршруттар
Һәр уҡыусының, студенттың һәм уҡытыусының, ата-әсәләрҙең үҙ ҡаҙаныштары, проблемалары һәм ихтыяждары бар, шуға ла был платформаны ҡулланыусыларҙың да дефицит профиле үҙ аллы шәхси маршрут рәүешендә төҙөлә
Индивидуаль белем алыу маршруты мәжбүри, вариатив һәм индивидуаль модулдәрҙән тора
Профдефицитҡа ярашлы тәҡдим ителгән төрлө кимәлдәге квалификация үҫтереү, профессиональ әҙерлек, стажировкалар, вебинарҙар, семинарҙар кеүек һ.б. мәжбүри үтелергә тейешле курстар күҙ уңында тотола. Беренсе блоктың һәлмәге компетенциялар формаланышы кимәленән тора, мероприятиеларҙа ҡатнашыу ахырында билдәле бер балдар суммаһын йыйыу мөмкинлеге күҙ уңында тотола
Бында платформаны ҡулланыусының үҙенә һөнәри үҫешен тәъмин итерлек саралар форматын һайлау мөмкинлеге бирелә
Предмет һәм педагогик-психологик әҙерлек рамкаларына инмәгән, әммә ҡулланыусының үҙенең ҡыҙыҡһыныуҙарын ҡәнәғәтләндерерлек, йә эш биреүсенең заказы буйынса әҙерләнгән белем алыу саралары тәҡдим ителә
Төрлө категориялы ҡулланыусылар өсөн тәҡдим ителгән мәжбүри, вариатив һәм индивидуаль модулдәрҙең күләм нисбәте шулай уҡ төрлө һәм компетенциялар формаланышының башланғыс кимәле менән бәйле
Индивидуаль маршруттар
Белем алыу саралары календаре
Платформаны ҡулланыусылар өсөн индивидуаль маршрут төҙөү өсөн Белем алыу саралары календаре тәҡдим ителә. Унда фән һәм мәғариф ойошмалары тарафынан үткәрелгән стационар, локаль һәм дистанцион форматтағы курс, стажировка, конференция, тренинг, вебинар кеүек саралар тураһында мәғлүмәт тупланған һәм эҙмә-эҙлекле урынлаштырылған. Һәр сараның үҙ һәлмәге бар
Шулай итеп, платформаны ҡулланыусы үҙендә асыҡлаған шәхси һәм профессиональ дефициттарға яуап бирерлек, дефициттарҙың күләмен, һәр мероприятиеның һәлмәген күҙ уңында тотоп, шәхсән белем алыу эшмәкәрлеген ойоштора ала
Индивидуаль белем алыу маршрутын (ИБАМ) реалләштереү барышында һәр үҙләштерелгән эш уларҙа ҡатнашыу тураһындағы документтар менән билдәләнә бара (сертификат, удостоверение, диплом һ.б.)), платформа тарафынан иҫәпкә алына һәм дефицит профиле диаграммаһы үҙгәрешендә сағылыш ала